+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
25 Марта 2021, 11:22

БДУ асыҡ ишектәр көнө һәм төнөн үткәрә

26 – 27 мартта Башҡорт дәүләт университеты абитуриенттар һәм уларҙың ата-әсәләре менән осрашыу уҙғарасаҡ.

26 март көндө БДУ етәкселәре юғары уҡыу йортоноң төп корпусында киләсәк һөнәрҙәре, 2021 йылда уҡырға ҡабул итеү шарттары, студенттарҙың ижади, фәнни һәм спорт тормошо хаҡында һөйләйәсәк, шулай уҡ һорауҙарға ла яуап бирәсәк. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.
27 мартта көндөҙгө сәғәт 12-нән уҡыу йорто үҙенең киләсәгенә битараф булмаған, әүҙем, хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәр алырға теләгән сығарылыш синыф уҡыусыларын көтә. Улар әҙерлек йүнәлештәре, факультеттар менән танышасаҡ.
Сығарылыш синыф уҡыусылары һәм ата-әсәләр Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32-се йорт адресы буйынса саҡырыла.
Читайте нас