+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
9 Апреля 2021, 12:33

Мәктәп мәғарифының өсөнсө форумы үтте

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында өсөнсө тапҡыр «Ҡанатлан» мәктәп мәғарифының өсөнсө форумы уҙғарылды. Уны республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров асып, иң яҡшы уҡытыусыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләүҙән башланы.

Теп-теүәл бер йыл элек беҙҙең белем биреү системаһы дистанцион уҡыуға күскәйне. Ауыр булыуға ҡарамаҫтан, беҙ был эште тиҙ арала яйға һала алдыҡ. Республикабыҙ уҡытыусылары 1 миллион 500 меңдән ашыу онлайн-дәрес үткәрҙе. Дистанцион режимда төбәгебеҙҙең 87 процент уҡыусыһы белем алды.
Ә техник мәсьәләләргә килгәндә ҡалған 316 мәктәп 2021 йылда юғары тиҙлектәге интернет селтәренә тоташтырыласаҡ. Дистанцион уҡытыу беҙгә яңы мөмкинлектәр асты, – тип белдерҙе Башҡортостан етәксеһе.
Радий Хәбиров коронавирус пандемияһы шарттарында эшләгән педагогтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен дә еткереп, сәләмәтлеккә айырыуса иғтибарлы булырға, вакцина һалдырырға саҡырҙы. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, әлеге ваҡытта Башҡортостанда 100 меңгә яҡын педагог эшләй, шуларҙың 12 меңе вакцина эшләткән.
Үткән йылда уҡыусыларҙың дистанцион уҡыуына ҡарамаҫтан, БДИ балдары юғары булыуын да билдәләп үтте. Республикабыҙҙа 127 сығарылыш синыф уҡыусыһы 100 балл йыйған. Әлеге ваҡытта Башҡортостан БДИ-ны үткәреү буйынса «йәшел зона»ла бара, ошо кимәлдән төшмәү – мөһим мәсьәләләрҙең береһе, тине ил етәксеһе.
Радий Фәрит улы республикабыҙҙың 100 уҡытыусыһын тәжрибә тупларға Мәскәүгә уҡытырға ебәреү тураһында ла һүҙ алып барҙы. Юл хаҡы, туҡланыу, йәшәү ҡаҙна аҡсаһынан түләнәсәк.
Ул форум алдынан Мәскәү мәғарифы департаменты сайтын ентекле өйрәнеүен дә һөйләне. Беҙҙең республиканан айырмалы рәүештә, баш ҡалала тематик йәкшәмбеләр бик ҡыҙыҡлы үтә икән. «Йыһан», «Арт», «Эко», «Спорт», «ТВ», «Ҡаһарманлыҡ», «Мәскәү уҡыусыһы», «Фәнни», «Транспорт» һәм башҡа темаларға йәкшәмбеләр бар.
Шулай уҡ республикабыҙ мәктәптәрҙә стоматология кабинеттарын асыу буйынма тәүге урынды биләүен дә әйтеп китте. Башҡортостан белем усаҡтарында барлығы 66 стоматология кабинеты эшләй. Алдағы көндәрҙә уҡыусылар һаны 500-ҙән дә кәм булмаған мәктәптәрҙә тағы ла 57 стоматология кабинетын асыу күҙаллана.
«Мәғариф» милли проекты буйынса ла эш әүҙем алып барыла. Башҡортостан мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәләре» үҙәктәрен асыу буйынса ла Рәсәйҙә алдынғылар рәтендә.
Форумға ярашлы, туғыҙ бәхәс майҙансығы ла эшләне. Унда белем алыу сифатын күтәреү буйынса мәсьәләләр ҡаралды, алдынғы уҡыу тәжрибәләре күрһәтелде.
Читайте нас