+9 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
15 Апреля 2021, 06:14

Иң яҡшы башҡорт балалар баҡсалары билдәләнде

1 февралдән 31 мартҡа тиклем «Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған иң яҡшы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы» төбәк-ара конкурсы үткәйне. Дистанцион рәүештә уҙған ярыштың республика этабында 55 балалар баҡсаһы, шул иҫәптән Силәбе һәм Һамар өлкәләренән дә ҡатнаштылар.

Конкурс һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы 10 ҡала балалар баҡсаһы һәм иң яҡшы 10 ауыл балалар баҡсаһы асыҡланды. Өфөнән 308-се башҡорт балалар баҡсаһы абсолют еңеүсе булды, 18-се, 75-се башҡорт балалар баҡсалары еңеүселәр исеменә инде.
Читайте нас