+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
27 Апреля 2021, 10:00

Был проект Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыласаҡ

Рәсәйҙә «Нейрончик» халыҡ-ара белем биреү проекты асыласаҡ. Уға ярашлы, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм башланғыс синыф уҡыусылары робот техникаһы, нейротехнология һәм программалау нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Был хаҡта Милли технологик башланғыс платформаһының матбуғат хеҙмәһенә һылтанып, ТАСС хәбәр итә.

Уның маҡсаты – 5-тән 10 йәшкә тиклем балаларҙа һанлы технологиялар оҫталығын булдырыу һәм үҫтереү. Унан тыш, проект мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә иртә һөнәр һайлауға ла булышлыҡ итәсәк. Әлеге проектты «Брейн Девелопмент» компанияһы ғәмәлгә ашырасаҡ. Был башланғыс Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә старт аласаҡ. Шул иҫәптән Мәскәү, Калуга, Томск, Свердлов, Калинин өлкәләре, шулай уҡ Яҡут-стан һәм Башҡортостан да бар. Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстандағы белем биреү учреждениелары ла проектҡа ҡушылырға йыйына.
Ҡыҙҙар, малайҙар махсус турнирҙарҙа ярышасаҡ. Ә мәктәп һәм балалар баҡсалары уҡытыусылары өсөн бушлай уҡытыу ойоштороласаҡ, белем биреү учреждениелары проекттың ресурс үҙәге статусын алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Читайте нас