+17 °С
Облачно
VKOKTelegram

Төп дәүләт имтихандары башланды

Рәсәй буйынса 1 миллион 400 меңгә яҡын IX синыф уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын тапшырасаҡ. Уларҙың һынауы бөгөн, 24 майҙа, башланып, 2 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Быйылғы уҡыу йылында туғыҙынсы синыфтар мотлаҡ фәндәрҙән – урыҫ теленән һәм математиканан ғына һынау тапшыра. Пандемия арҡаһында һайлау буйынса фәндәр туҡтатылды. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр өлгөргәнлек аттестаты алыу өсөн теләктәре буйынса ике фәндең береһен генә бирә ала.
Туғыҙынсылар 24 – 25 майҙа – урыҫ теленән, 27 – 28 майҙа математиканан имтихан тапшырасаҡ. Резерв көндәр ҙә билдәләнгән: 8 һәм 30 июндә – урыҫ теленән, 16 июнь һәм 2 июль – математиканан.
Әйтергә кәрәк, быйыл Башҡортостанда 41 меңдән ашыу туғыҙынсы синыф уҡыусыһы төп дәүләт имтиханын тапшыра. Улар өсөн 308 һынау үткәреү пункты әҙерләнгән, шуларҙың 101-е белем биреү учреждениелары нигеҙендә.
Читайте нас