

Имтихан биреүселәр күбеһенсә урыҫ теле, йүнәлешле математика, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, биология, информатика һәм мәғлүмәт-коммуникатив технологиялар фәндәрен һайлаған. Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмағандар быйыл математика һәм урыҫ теленән дәүләт сығарылыш имтихандарын тапшырғайны, 1 мең 302 кеше ошондай һынау тотҡан. Ә БДИ формаһында һынауҙы 17 мең 690 кеше биргән. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үткәреү өсөн 164 имтихан үткәреү пункты ойошторолған, шул иҫәптә холоҡ төҙәтеү колониялары ла.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 107 сығарылыш синыф уҡыусыһы имтихандарҙы 100 балға тапшырған. Ике фән буйынса юғары балды 5 сығарылыш синыф уҡыусыһы йыйған. Шуныһы ҡыуандыра: Башҡортостан Башлығының 1 июлдәге Указы буйынса, республикабыҙ биләмәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарына инеүсе 100 балл йыйыусыларға 150 мең һум күләмендә премия түләнәсәк.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан.