+23 °С
Дождь
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
2 Сентября 2021, 07:30

Уҡытыусыларға матур бүләк булды

Өфөлә Белем көнөндә уҡытыусыларға арналған сквер асылды.

Уҡытыусыларға матур бүләк булдыУҡытыусыларға матур бүләк булды
Уҡытыусыларға матур бүләк булды

Баш ҡала халҡы өсөн дә был ҙур бүләк. Сквер ике мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан, уны йәйәүлеләр өсөн үҙенсәлекле юлдар, эскәмйәләр, үҙенсәлекле фонарҙар, ағас үҫентеләре биҙәй. Яҡын арала бында уҡытыусыға арналған композиция ла  буласаҡ. Уның ойоштороусы-инициатор - Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина .

– Һәр кемебеҙҙең хәтерендә беренсе уҡытыусы бар. Тап ул баланы уйларға, хыялланырға өйрәтә, тормоштоң иң тәүге дәрестәрен бирә. Тиҙҙән беренсе уҡытыусының образы тап ошо скверҙа мәңгеләштереләсәгенә бик шатмын, – тип белдерҙе ул.

Уҡыусыларҙы Белем көнө менән Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников ҡотланы.

– Был сквер - бөтә уҡытыусыларға ихтирам билдәһе. Белем көнөндә уны асыуыбыҙ - тап шуның символы, – тине ул.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас