+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
8 Сентябрь 2021, 12:46

Университет һәләтле балаларҙы саҡыра

Башҡорт дәүләт университетында "Цифрлы инкубатор" тигән үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла. Теүәл һәм тәбиғи фәндәр менән ҡыҙыҡһынған,төплөрәк өйрәнергә теләгән IV - VIII cиныф уҡыусылары саҡырыла. Белем алыу бушлай, дәрестәр ял көндәрендә ойоштороласаҡ. Тик проектҡа эләгеү өсөн ике һайлап алыу турын үтергә кәрәк. Тәүге этапта ошо һылтанма - https://taplink.cc/digital_incubator.ufa буйынса  7 - 26 сентябрҙә онлайн тест үтәһең.

Университет һәләтле балаларҙы саҡыра
Университет һәләтле балаларҙы саҡыра

Икенсе конкурс тест һөҙөмтәләре буйынса 3 октябрҙә К.Маркс урамы, 3/4, 110-сы аудитория адресы буйынса университетта  була. 

Һорауҙарығыҙ менән 8 996 579 26 35 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. 

Проектты Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанстар һәм бизнес институты тормошҡа ашыра.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: