+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
28 Сентябрь 2021, 10:24

Президент контроль эштәрҙе кәметергә ҡушҡан

Президент мәктәптәрҙә контроль һәм тикшереү эштәрен кәметергә ҡушҡан. Был турала Кремль сайтында яҙылған. 

Президент контроль эштәрҙе кәметергә ҡушҡан
Президент контроль эштәрҙе кәметергә ҡушҡан

 Уҡыусыларҙың белемен тикшереүҙе методик яҡтан нигеҙләнгән режим буйынса ойошторорға кәрәклеге билдәләнә. Рәсәй буйынса мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте менән Мәғариф министрлығына 2022 йылдың 1 июленә тиклем ошо турала доклад әҙерләргә ҡушылған.

Быға тиклем Рособрнадзор контроль эштәрҙе беренсе һәм һуңғы дәрестәрҙә, шулай уҡ аҙнаның тәүге һәм һуңғы көндәрендә үткәрмәҫкә кәңәш иткәйне. Ведомство етәксеһе Анзор Музаев бер көндә бер генә тикшереү эше үткәрелергә тейешлеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алғайны. 

Фото: www.minobrkchr.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: