+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
2 Декабрь 2021, 12:13

Юридик диктант яҙайыҡ

Хәҙерге заманда үҙ хоҡуҡтарыңды һәм бурыстарыңды белеү бигерәк тә кәрәк. Шуға ла һеҙҙе 3 декабрҙә башланасаҡ Бөтә Рәсәй Хоҡуҡ диктантын юрдиктант.рф яҙырға саҡырабыҙ. Быйыл уны дүрт телдә яҙырға мөмкин буласаҡ: һорауҙар инглиз, ҡытай, португал телдәренә лә тәржемә ителә. Сараның ойоштороусыһы - Рәсәй юристар ассоциацияһы һәм "Эшлекле Рәсәй" йәмәғәт ойошмаһы. 

Юридик диктант яҙайыҡ
Юридик диктант яҙайыҡ

Диктант 3 - 12 декабрҙә онлайн-режимда үтә. Ул 14 йәштән өлкәндәргә тәғәйенләнгән һәм 40 һорауҙан тора. 60 минут эсендә яуап бирергә кәрәк. Тестарҙың база һәм профессиональ төрҙәре бар. 

Ҡатнашайыҡ,әйҙәгеҙ, был өлкәлә белемебеҙҙе арттырайыҡ.

Фото: venevlib.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: