+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
5 Декабрь 2021, 21:23

Ҡышҡы каникулды оҙайтырҙармы?

Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулын оҙайтыуҙары ихтимал. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров РИА-новости агентлығына белдергән. 

Ҡышҡы каникулды оҙайтырҙармы?
Ҡышҡы каникулды оҙайтырҙармы?

Шулай итеп, ҡороғорвирусҡа бәйле хәлдәр киҫкенләшеп китһә, көҙгө каникул кеүек, ҡышҡыһын да бер аҙнаға оҙайтыуҙары бар. Өҫтәүенә, әле грипп башланып тора, уҡыусыларҙың күпләп сирләүе күҙәтелһә, шулай булыр ҙа, сөнки, республика етәксеһе белдереүенсә, көҙгө каникулды оҙайтыу ыңғай һөҙөмтә биргән.

Икенсе сирек былай ҙа ҡыҫҡа, уҡыусыларға ауырымауҙарын теләйбеҙ. 

Фото: news.myseldon.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: