+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
9 Декабрь 2021, 13:24

«Йыл уҡыусыһы - 2021» конкурсы бара

Кисә Илья Николаевич Ульянов исемендәге Ульяновск дәүләт педагогия университетында «Йыл уҡыусыһы - 2021» Бөтә Рәсәй конкурсының финалы асылды. 

«Йыл уҡыусыһы - 2021» конкурсы бара
«Йыл уҡыусыһы - 2021» конкурсы бара

Был сараның 20 йыллыҡ тарихы бар. Тәүҙә төбәк конкурсы булараҡ башланһа ла, танылыу яулап, ил кимәленә күтәрелгән.

Быйыл финалға Рәсәйҙең 43 төбәгенән 100 иң шәп IX - XI синыф уҡыусыһы үткән. Улар биш этапта ярышасаҡ: үҙең менән ижади таныштырыу, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса конкурс, ролле уйын, дебаттар, кейстар. Һөҙөмтәләр буйынса бер еңеүсе һәм ике лауреат, шулай уҡ биш номинация буйынса еңеүселәр асыҡланасаҡ. Төп бүләк - Краснодар крайындағы «Смена» Бөтә Рәсәй балалар үҙәгенә юллама.

Бүләкләү тантанаһын 12 декабрҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Ученик года» төркөмөндә  тура эфирҙа ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Фото: «Ученик года»

 

«Йыл уҡыусыһы - 2021» конкурсы бара
«Йыл уҡыусыһы - 2021» конкурсы бара
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: