+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
15 Декабрь 2021, 11:12

Берҙәм дәүләт имтиханы урынына - портфолио...

Рәсәй мәғарифты күҙәтеү хеҙмәте етәксеһе Анзор Мурзаев "Российская газета"ға биргән интервьюһында уҡыусы портфолиоһының киләсәктә Берҙәм дәүләт имтиханына торошло булыу мөмкинлеге тураһында белдергән.  

Берҙәм дәүләт имтиханы урынына - портфолио...
Берҙәм дәүләт имтиханы урынына - портфолио...

 - 2030 йылдарға портфолионың роле артасаҡ. Юғары уҡыу йортона ингәндә уның Берҙәм дәүләт имтиханына альтернатива булыуы ихтимал. Уҡыусылар VI синыфтан башлап уңыштарын йыя башлаясаҡ. Был иһә бөтөнләй икенсе төрлө ынтылыш тыуҙырасаҡ: планлы рәүештә ирекмәнлек, спорт, ижад, сәнғәт менән шөғөлләнеп, юғары уҡыу йортона инергә мөмкинлек бирәсәк уңыштарға ирешеп, балл йыйыу. Әлегә был тик өлкән синыф уҡыусыларын ғына ҡыҙыҡһындыра. Бәләкәйерәк йәштәге балалар ҡатнашҡан ярыштар юғары уҡыу йорттарын ҡыҙыҡһындырмай. Ә ниңә VI синыфтан уңыштарҙы теркәп барыуҙы бер системаға һалмаҫҡа? Беҙ портфолио буйынса уҡырға инеү идеяһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Бында уҡыу буйынса һәм төрлө ярыш, конкурстарҙа ҡатнашыу буйынса уңыштар бергә тупланасаҡ, - тигән Анзор Мурзаев.

  Нисек булыр, киләсәктә күрербеҙ инде. Ә әлегә Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса шул билдәле: быйыл ул ғәҙәттәгесә үтәсәк, йәғни ковидҡа тиклемге форматта. Алдан биреү этабы ла планлаштырылған: 21 марттан 18 апрелгә тиклем. БДИ 26 майҙан 2 июлгә тиклем үтәсәк. Әммә ҡороғорвирус менән бәйле хәлдәр ҡатмарлашып китһә, имтихан үткәреү ваҡыты үҙгәрәсәк. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: