+19 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
16 Декабрь 2021, 14:14

Рәсәйҙең иң шәп мәктәптәре

РАЕХ рейтинг агентлығы уҡыусыларының конкурентлыҡҡа һәләте буйынса Рәсәйҙең иң шәп 100 белем усағын билдәләгән. Улар араһында Башҡортостандан Өфөләге 153-сө лицей бар.

Рәсәйҙең иң шәп мәктәптәре
Рәсәйҙең иң шәп мәктәптәре

Рейтинг төҙөгәндә сығарылыш синыф уҡыусыларының ниндәй балл менән ҡайһы юғары уҡыу йорттарына инеүе, күпме кешенең олимпиада һөҙөмтәләре буйынса студент булып китеүе тураһына мәғлүмәттәр иҫәпкә алынған.

Әйткәндәй, абруйлы юғары уҡыу йорттарына инеүселәрҙең һаны буйынса ла алдынғы мәктәптәр рейтингы төҙөлгән (https://raex-rr.com/education/schools/best_schools_2021.) 300 белем усағы иҫәбенә республикабыҙҙан Өфөләге 153-сө лицей, 93-сө физика-математика лицейы, Нефтекама ҡалаһының 1-се лицейы һәм Өфө дәүләт нефть-техник университетының Матвей Пинский исемендәге 83-сө инженер лицейы ингән.   

Фото: solarschools.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: