+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
20 Декабрь 2021, 16:44

«Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте

Баш ҡалабыҙҙа «Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумын үткәреү матур йолаға әйләнде. Быйыл был сарала 120-нән ашыу олимпиада еңеүсеһе һәм призёрҙары, уларҙың остаздары  ҡатнашты.

«Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте
«Башҡортостан өмөтө» һәләтле балалар форумы үтте

Форумдың маҡсаты  урта һәм өлкән синыф уҡыусылары араһында олимпиада хәрәкәтен киң танытыу, олимпиада еңеүселәре һәм призёрҙарының абруйын күтәреү ине. Әлеге сараны республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора башлай. 2021 йылда форумдың төп ойоштороусыһы First Business School компанияһы булды, ойоштороуҙа «Аврора» һәләттәрҙе үҫтереү үҙәге ярҙам итте. Форумды үткәреү өсөн грант Башҡортостан Республикаһы гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондынан бүленгән.

Тантана барышында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара, Бөтә Рәсәй һәм башҡа олимпиадалар еңеүселәре бүләкләнде. Бай программа әҙерләнгәйне. Уҡыусылар  һәм уларҙың остаздарын тәбрикләүҙән тыш, башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә,  оҫталыҡ дәрестәре, интеллектуаль ярыштар ҙа үтте.

– Форум бик оҡшаны, мин ҡәнәғәтмен. Күп оҫталыҡ дәрестәре маҡсатҡа ынтылыусанлыҡты арттырыу һәм үҙеңде үҫтереүгә йүнәлтелгән ине. Улар сығыш яһағанда, проект эштәрендә ниндәй хаталар яһауың хаҡында уйланырға мәжбүр итте, – ти Күмертауҙағы 1-се гимназиянан килеүсе Анна Г.

Сара һуңында форумда ҡатнашыусылар өсөн ҡала буйлап экскурсия ойошторолдо.

 

 

Фото: мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: