+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
6 Ғинуар 2022, 13:05

17 ғинуарҙан - мәктәпкә!

Кисә республика Башлығы Радий Хәбиров короновирус инфекцияһы таралыуын булдырмау буйынса быйылғы йылдың тәүге оператив ултырышын үткәрҙе.

17 ғинуарҙан - мәктәпкә!
17 ғинуарҙан - мәктәпкә!

Башҡа һорауҙар менән бер рәттән белем биреү учреждениеларында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлеүе лә ҡаралды. Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов 17 ғинуарҙа республика мәктәптәренең ҡышҡы каникулдан һуң эш башлауға әҙерлеген белдерҙе. Мәғариф учреждениеларында санитар-эпидемиологик нормаларҙың үтәлешен 2196 медицина инспекторы контролдә тотасаҡ.

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең  төбәк идаралығы етәксеһе Анна Казак, уҡыу башланғансы аҙыҡ-түлек блоктарын дезинфекциялау һәм дезинфекция сараларын ҡулланып, мәктәп биналарын йыуып-йыйыштырыу мөһим, тип билдәләне.

- Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар, әгәр ҙә бала үҙен насар тоя икән, ул өйҙә ҡалырға тейеш икәнен аңлаһын ине. Беҙ мәктәптәрҙә ауырыуҙың таралыуына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ, - тине Радий Хәбиров һәм муниципалитет башлыҡтарына киләһе аҙнала мәктәптәрҙең уҡыуға әҙерлеген тикшерергә, мәктәп директорҙары менән кәңәшмә уҙғарырға ҡушты.

Фото:https://yandex.ru/images/

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: