+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф яңылыҡтары
12 Ғинуар 2022, 11:59

Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада быйыл 36-сы тапҡыр уҙа. Әле 12-13 ғинуарҙа Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат- гимназияһында барған сарала Башҡортостандан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 218 уҡыусы ҡатнаша. Улар араһында иң-иңдәр асыҡланасаҡ.

Телһөйәрҙәр бәйгеһе
Телһөйәрҙәр бәйгеһе

Олимпиаданың һайлап алыу турында Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Һамар, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан 1 мең 679 телһөйәр ҡыҙ һәм егет үҙ көсөн һынап ҡараған. 

Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада уҡыусылар араһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй олиимпиадалары һәм конкурстары исемлегенә индерелгән. Тимәк, был бәйге еңеүселәре һәм призёрҙары республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар аласаҡ.

Фото: "Бәйләнештә" төркөмөнән.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: