+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
29 Января 2022, 09:42

"Киләсәккә аҙым" олимпиадаһы үтә

"Мәғариф" милли проектының "Һәр баланың уңышы" төбәк проекты буйынса Башҡортостанда XXVII "Киләсәккә аҙым" республика техник олимпиадаһы үтә. Фәнни-инженерлыҡ ижады буйынса бәйгене Мәғариф һәм фән министрлығы, Республика балалар белем биреү технопаркы Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт нефть-техник университеты менән берлектә ойоштора.

"Киләсәккә аҙым" олимпиадаһы үтә"Киләсәккә аҙым" олимпиадаһы үтә
"Киләсәккә аҙым" олимпиадаһы үтә

Олимпиада электроника, программалау, ғәмәли физика, эске яныу двигателдәре, конструкторлау нигеҙҙәре, электротехника һәм электротехнологиялар, производство хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы, нефть-газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә транспорт системалары кеүек йүнәлештәр буйынса үтә. Тәүге этап 17 ғинуарҙа башланып 22 февралгә тиклем дауам итә. 21 - 25 февралдә эштәрҙе баһалама комиссияһы ҡабул итәсәк. 

Финал 22 - 25 мартта дистанцион форматта ZOOM платформаһында уҙасаҡ.

Республика техник олимпиадаһында йыл һайын 500-ләгән уҡыусы ҡатнаша. Инженерлыҡ ижады өлкәһендә һәләтеңде асыу, республиканың алдынғы уҡыу йорттары белгеслектәре менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлек был.

Олимпиаданың положениеһы һәм тәүге этап мәсьәләләре менән  Республика балалар белем биреү паркының "Бәйләнештә"ге төркөмөндә - https://vk.com/rtekhnopark, сайтында https://kvantorium02.wixsite.com/rtekhnopark танышырға мөмкин. 

Фото: news.myseldon.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас