+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
31 Января 2022, 06:57

Конкурста яңылыҡ

Быйыл "Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" республика һөнәри конкурсы айҡанлы тәүге тапҡыр "Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" бәйгеһе үтә.

Конкурста яңылыҡКонкурста яңылыҡ
Конкурста яңылыҡ

Был тәҡдим 2020 йылдың сентябрендә үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара форумында индерелгәйне. Былтыр мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары конкурсында ошо йүнәлеш буйынса номинация булдырылһа, 2022 йылда иһә " Уҡытыу туған телдә алып барылған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурсы айырым ойошторола. Бәйгелә ҡатнашыусылар өс турҙа ярышасаҡ. Ғаризалар 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. 

Фото: idasadik251.edu-rb.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас