+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
13 Февраля 2022, 16:33

"Исҡужин уҡыуҙары"на эштәр ҡабул ителә

Быйылғы "Исҡужин уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһы мәғрифәтсе, педагог Мөхәмәт Исҡужиндың тыуыуына 95 йыл тулыуға һәм Мәҙәни мираҫ йылына бағышлап үткәрелә.

"Исҡужин уҡыуҙары"на эштәр ҡабул ителә"Исҡужин уҡыуҙары"на эштәр ҡабул ителә
"Исҡужин уҡыуҙары"на эштәр ҡабул ителә

Сара дистанцион формала ике этапта уҙа. 10 февралдән 24 мартҡа тиклем конкурс эштәре ҡабул ителә. Икенсе этапта (25 - 31 март) улар тикшереләсәк. Баһалама комиссияһы 1- 7 апрелдә эшләйәсәк. Ә йомғаҡлау сараһы YouTube каналы аша 8 апрелдә буласаҡ. 

https://education.bashkortostan.ru/documents/active/401170/ һылтанмаһы буйынса "Исҡужин уҡыуҙары" фәнни-ғәмәли конференцияһының положениеһы менән танышырға мөмкин.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас