+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
17 Февраля 2022, 14:05

Йәш инженерҙар ярыша

Рәсәйҙә VIII-XI синыф уҡыусылары араһында ойошторолған Милли технологик олимпиаданың йомғаҡлау этабы 21 февралдә башланасаҡ.

Йәш инженерҙар ярышаЙәш инженерҙар ярыша
Йәш инженерҙар ярыша

Был сара тәүге тапҡыр илдә 2015 йылда Түңәрәктәр хәрәкәте олимпиадаһы булараҡ  ойошторолғайны. Уҡыусылар өсөн командалы инженерлыҡ  ярыштары хәҙер студенттар араһында ла үтә һәм Милли технологик олимпиада тип атала.

     Быйыл Башҡортостандан  28 ҡыҙ һәм егет  финалда ҡатнашыу хоҡуғын алған. Улар ике һайлап алыу турын уңышлы үтеп, 90 мең ҡатнашыусы  араһында иң көслөләр иҫәбенә ингән.

     Финал 30 инженерлыҡ йүнәлеше буйынса Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында үтә.  Әйткәндәй, «Яңы материалдар» тигән йүнәлеш буйынса йомғаҡлау этабын ойоштороусылар – Башҡортостандың «Аврора» таланттарҙы үҫтереү  үҙәге, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты (4 – 9 апрель).

      Был олимпиадала еңеүсе уҡыусылар юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана.

Фото: mkset.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас