+16 °С
Болотло
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
24 Февраль 2022, 07:27

Конкурс дистанцион форматта үтәсәк

Владимир Вернадский исемендәге төбәк тикшеренеү эштәре конкурсының икенсе этабы 26 февралдә иртәнге сәғәт 10-да дистанцион форматта башланасаҡ.

Конкурс дистанцион форматта үтәсәкКонкурс дистанцион форматта үтәсәк
Конкурс дистанцион форматта үтәсәк

  Был бәйгегә республиканың зирәк уҡыусылары Ер тураһында фәндәр, экология, ботаника һәм зоология, медицина биохимияһы һәм биотехнология, химия, математика һәм информатика, физика һәм инженер тикшеренеүҙәре, шулай уҡ халыҡ мәҙәниәте, Рәсәй ауылдарының тарихы һәм мәҙәниәте, лингвистика, иҡтисад, социология һәм хоҡуҡ йүнәлештәре буйынса тикшеренеү эштәрен ебәргәйне. Бөтәһе 275 эш ҡабул ителгән.

Һәр номинация буйынса икенсе этапҡа үтеүселәрҙең исемлеген ошо һылтанма  аша үтеп ҡарай алаһығыҙ. 

Фото: интернет.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас