

– Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар! Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге VI, VII синыф уҡыусыларын ихлас сәләмләйем! Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын! Ҙур бейеклектәр яулауығыҙҙы, яҡшы уҡыуығыҙҙы, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫеүегеҙҙе теләйем, – тине Радий Фәрит улы йәш шайморатовсыларҙы тормоштарындағы мөһим ваҡиға менән ҡотлап.
Максим Пенчук синыфтарға 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағының күсермәләрен тапшырҙы.
Шайморатовсылар синыфтары республикала 2020 йылда асыла башлағайны. Математика, урыҫ теле, тарих фәндәренә һәләтле, физик яҡтан әҙерлеге яҡшы балалар ҡабул ителә. Уҡытыу барышында физика, математика, тарих, башҡорт һәм инглиз телдәре тәрәнәйтеп өйрәнелә, физик һәм башланғыс хәрби әҙерлеккә, патриотик тәрбиәгә ҙур иғтибар бүленә. Шайморатов исемендәге синыфта уҡыусылар уҡтан атыу, һыбай йөрөү, йөҙөү, көрәш менән дә шөғөлләнә.
– Шайморатовсы булыу почётлы. Хәҙер һеҙгә шул символикалы форманы кейеү яуаплылыҡ та өҫтәй. «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» тигән девизға һәр саҡ тоғро булығыҙ, – тип фатихаһын да бирҙе республикабыҙ Башлығы.
Э. РӘШИТОВА.