+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
2 Марта 2022, 12:14

Башҡорт теле буйынса федераль олимпиада үтте

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында тарихи ваҡиға булды: башҡорт теле буйынса беренсе федераль олимпиада үтте. Унда 60 уҡыусы ҡатнашты.

Башҡорт теле буйынса федераль олимпиада үттеБашҡорт теле буйынса федераль олимпиада үтте
Башҡорт теле буйынса федераль олимпиада үтте

Туған телебеҙ буйынса федераль кимәлдә олимпиада уҙыуы - беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ. Бының өсөн сенатор Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәроваға рәхмәтлебеҙ. 

Билдәле булыуынса, уҙған йылдың йәйендә М.К.Аммосов исемендәге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты вәкилдәре Лилиә Салауат ҡыҙына ерле халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау буйынса ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Шунан төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарына туған телдәр буйынса бәйгене ойоштороусы булырға тәҡдим итеп хаттар ебәрелә. Ә 2021 йылдың авгусында Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо менән уҡыусылар өсөн туған телдәр буйынса Төньяҡ-Көнсығыш олимпиадаһы федераль исемлеккә индерелә. (Бында башҡорт теле лә бар.)

Тимәк ошо олимпиадала еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк менән файҙалана аласаҡ. 

Фото: интернеттан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас