

"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара, "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы һәм уның сиктәрендә үткән "Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йәш педагог " бәйгеләрендә финалға сыҡҡан бишәр лауреатҡа Башҡортостан Башлығы премиялары тапшырыласаҡ.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" бәйгеһендә 75 кеше ҡатнаша. Ситтән тороп үткәрелгән турҙа уҡытыусылар "Милли кейем презентацияһы" тигән темаға эштәрен тәҡдим итте. Уларҙы https://vk.com/r.sentr һылтанмаһы буйынса, йәғни "Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге"нең "Бәйләнештә" селтәрендәге диуарында ҡарарға мөмкин.
Конкурс өс турҙан тора. "Дәрес" тип аталаған тәүгеһе 9 - 11 мартта ZOOM платформаһында уҙасаҡ.
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" бәйгеһен ябыу тантанаһын 22 мартта "Торатау" конгресс-холында үткәреү планлаштырылған.