+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Атай-әсәйҙәр имтихан бирәсәк

Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойошторған Бөтә Рәсәй акцияһында Башҡортостан да ҡатнаша: Өфөлә 2022 йылдың 26 мартында Берҙәм дәүләт имтиханына оҡшаш эшлекле уйын үткәреләсәк.

Атай-әсәйҙәр имтихан бирәсәкАтай-әсәйҙәр имтихан бирәсәк
Атай-әсәйҙәр имтихан бирәсәк

Сарала сығарылыш синыфы уҡыусыларының атай-әсәйҙәре ҡатнашасаҡ. Акция ваҡытында улар БДИ-ның нисек барыуын башынан аҙағынаса үҙҙәре күрә аласаҡ. Быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының ҡыҫҡартылған төрөн тапшырып ҡарарға тәҡдим ителә. 

"Бергәләп тапшырабыҙ: ата-әсәләр менән БДИ тапшырыу көнө" сараһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар 16 март 17.00 сәғәткә тиклем Ivanova.IV@bashkortostan.ru, электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Исем-шәрифеңде тулыһынса, эшләгән урыныңды, телефон һандарын яҙырға кәрәк. 

Сара Өфөләге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында үтәсәк. Адресы: Cтепан Кувыкин урамы, 100.

Фото: интернеттан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас