

Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 97 педагог ҡатнашты. Тәүге ике турҙы уңышлы үтеп, иң күп балл йыйған 15-әр конкурсант финалда еңеүсе исемен алыу өсөн тырышты. "Оҫталыҡ дәресе", "Педагогик һәм ата-әсәләр менән бәйләнеште профессиональ кимәлдә ойоштороу тәжрибәһен презентациялау" бәйгеләрендә, Башҡортостан Республикаһының Фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин ҡатнашлығында үткән "түңәрәк өҫтәл"дә ҡатнаштылар.
Һөҙөмтәлә, Мәләүез районынан 16-сы «Миләшкәй» балалар баҡсаһынан Гүзәл Ҡараҙбаева «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» конкурсы еңеүсе тип танылды. Ә быйыл тәүге тапҡыр ойошторолған «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» бәйгеһендә Дыуан районынан Мәсәғүттәге 2-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Юлиә Фәтҡуллинаға етеүсе булманы.
Фото: "Дуванский вестник".