+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Финанс грамоталылығы олимпиадаһында ҡатнаштығыҙмы әле?

"Учи.ру" онлайн интерактив мәғариф платформаһында 1 - 31 мартта финанс грамоталылығы һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы бара. 

Финанс грамоталылығы олимпиадаһында ҡатнаштығыҙмы әле?Финанс грамоталылығы олимпиадаһында ҡатнаштығыҙмы әле?
Финанс грамоталылығы олимпиадаһында ҡатнаштығыҙмы әле?

Унда I - IX синыф уҡыусылары ҡатнаша ала, тик https://uchi.ru/?utm_source=media&utm_medium=press_release&utm_campaign=pr_olimp_finance2022_cb сайтында теркәлергә кәрәк. Һөҙөмтәләр буйынса һәр ҡатнашыусы - сертификат, еңеүселәр иһә грамоталар аласаҡ.

Балалар был олимпиада мәсьәләләрен сисеп, финанс өлкәһендә белемдәрен арттыра, банк картаһы менән эш итергә, мутлашыусыларҙы танырға өйрәнә.

Әйткәндәй, былтыр финанс грамоталылығы буйынса олимпиадала  Рәсәй төбәктәренән 800 мең уҡыусы ҡатнашҡан, шуларҙың 11 мең 500-е - Башҡортостандан.

Фото: school3.yuzha.ru

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас