

Быйылғы сара Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Белорет ҡалаһының 260 йыллығына һәм күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 97 йыл тулыуға бағышлана. Ойоштороусылары - Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, төбәктәге ЮНЕСКО эштәре буйынса комитет, Белорет районы мәғариф идаралығы һәм Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.
Фәнни-ғәмәли конференцияла II - XI синыф уҡыусылары, педагогтар һәм һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары ҡатнаша ала. Башҡорт, урыҫ, инглиз телдәрендә яҙылған эштәр ҡабул ителә. Видеороликтар, шиғыр һөйләүселәр бәйгеләре лә буласаҡ. Еңеүселәр йәш төркөмөнә ҡарап, айырым билдәләнәсәк.
Эҙләнеү эштәрен яҡлау этабы дистанцион форматта ZOOM-да 8 апрелдә үтәсәк. Конференцияға йомғаҡ 15 апрелдә яһала.
Фото: ural-rb.ru