+13 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
15 Марта 2022, 11:45

Яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты

Нефтекама ҡалаһында ошо көндәрҙә 1225 балаға иҫәпләнгән яңы мәктәп сафҡа инде.  Был 17-се  мәктәпкә "Үргә ос" тип исем бирелгән. Ваҡытлыса 3-сө һәм 7-се мәктәптәрҙә белем алған 136 беренсе синыф уҡыусылары һәм уҡытыусылары өсөн 9 март көндө яңы мәктәптә дәрестәргә саҡырып, тәүге ҡыңғырау сыңланы. Уларҙы тәүге уҡыу көнө менән ҡотларға Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Элдар Вәлидов һәм мәғариф идаралығы етәксеһе Рөстәм Уразаев килде. 

Яңы мәктәп үҙ ишектәрен астыЯңы мәктәп үҙ ишектәрен асты
Яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты

-Әлеге көндә мәктәп уҡыусыларҙы ҡабул итергә һәм эш башларға тулыһынса әҙер. Белем усағын тәжрибәле, көслө педагогтар составы менән тултырасаҡбыҙ һәм уларға кинәнеп эшләр өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыласаҡ, - тип белдерҙе Элдар Сергеевич.

Яңы мәктәпкә тәүге тапҡыр дәрескә килгән уҡыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалған. Шулай булмай әллә! Яҡты, матур синыф бүлмәләре, сағыу парта һәм ултырғыстар, коридорҙарҙа йомшаҡ мебелдәр, интеллектуаль уйындар зонаһы, ике спорт залы, иркен ашхана, ҙур тамаша залы. Бында бит барыһы ла өр-яңы!Балаларҙың ғына түгел, хатта өлкәндәрҙең дә күҙҙәре ҡыҙырлыҡ.

Был көндө мәктәп директоры Роман Таһир улы Ғәниев ата-әсәләргә мәктәп буйлап экскурсия ла ойошторҙо. 

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, ҡаланың 24-се биҫтәһендә асылған был мәктәп "Мәғариф" милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған.

Фото:https://www.bashinform.ru/news/soci

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас