

Бөгөн улар өсөн тәүге тур тамамлана. Йәш уҡытыусылар Өфөнөң 5-се, 21-се лицейҙарында, 18-се мәктәбендә "Дәрес" һынау этабын үтте.
"Йәш педагог" конкурсында ҡатнашыусылар араһында ир-егеттәр ҙә бар. Мәҫәлән, уларҙың береһе - Салауат ҡалаһындағы 1-се гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Рафаэль Байрамғоловтың (фотола) девизы, үҙе әйтеүенсә, "уҡыусылар менән бер тулҡында булыу" икән. Рафаэль Фәрхәт улы XI синыфта "Политик элита һәм политик лидерлыҡ" тигән ҡатмарлы темаға дәрес уҙғарған.
Тәүге "Дәрес" турын уңышлы үтеүселәр 18 мартта "Синыф сәғәте" тигән һынауҙа ҡатнашасаҡ, артабан "Оҫталыҡ дәресе" көтөлә. III турға иһә "Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы" республика конкурсы һәм уның сиктәрендә ойошторолған "Урыҫ теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы", "Йәш педагог" бәйгеләре буйынса иң көслө бишәр уҡытыусы үтәсәк. Улар "Матбуғат кәңәшмәһе" тигән һынауҙа ҡатнашасаҡ. Һөҙөмтәләр буйынса абсолют еңеүселәр билдәләнәсәк.
Фото: irorb.ru