+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
18 Марта 2022, 06:20

1 апрелдән I синыфҡа ҡабул итеү башлана

I синыфҡа ҡабул итеү республикала 1 апрелдән башлана. Был кампания ике этаптан торасаҡ.

1 апрелдән I синыфҡа ҡабул итеү башлана1 апрелдән I синыфҡа ҡабул итеү башлана
1 апрелдән I синыфҡа ҡабул итеү башлана

Тәүгеһе 30 июнгә тиклем дауам итә. Әйткәндәй, хәрбиҙәрҙең, полиция хеҙмәткәрҙәренең балалары, етем һәм ҡараусыһыҙ ҡалған ҡыҙҙар, малайҙар, шулай уҡ шул белем усағында апай йә ағайҙары уҡыған, мәктәпкә йәшәгән урындары буйынса беркетелгән балалар иң беренсе сиратта ҡабул ителә. 

Икенсе этап 6 июндән 5 сентябргә тиклем дауам итә. Был осорҙа буш урындарға уҡыусылар алалар. 

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталында, https://complect.edu-rb.ru/  сайтында ла бирергә мөмкин.

Фото: rb7.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас