+23 °С
Дождь
VKOKTelegram
Мәғариф яңылыҡтары
21 Марта 2022, 07:48

Беҙҙең йәш химиктар - Мәскәүҙә

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы башланды. Әле Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йәш химиктар Мәскәүгә химия буйынса бәйгегә йыйылған.

Беҙҙең йәш химиктар - МәскәүҙәБеҙҙең йәш химиктар - Мәскәүҙә
Беҙҙең йәш химиктар - Мәскәүҙә

Башҡортостан данын Данил Моталлапов, Глеб Микрюков, Вадим Харисов, Александр Зиновьев, Ксения Федотова яҡлай. Улар бөтәһе лә Өфөләге республика инженерлыҡ интернат-лицейында белем ала. 

Олимпиада ике турҙан тора: 19 мартта теоретик өлөш булды һәм бөгөн, иртәгә тәжрибә туры үтә. Еңеүселәрҙең һәм призёрҙарҙың исемдәре 24 мартта, олимпиаданы ябыу тантанаһында, билдәле буласаҡ.

Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйбеҙ.

Фото: https://avroracenter.com 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас