

Фестиваль Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан республикалағы инновацион мәктәптәрҙе күрше өлкәләрҙә презентациялау маҡсатында ойошторола. Унда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы, республика инженер интернат-лицейы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге ресбулика интернат-гимназияһы, Сибай интернат-гимназияһы, Дыуан районындағы Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейы ҡатнаша.
Балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк, түбәндә күрһәтелгән йүнәлештәр буйынса инновацион майҙансыҡтар эшләйәсәк:
-милли музыка ҡоралдарында уйнау;
-төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренең үҙенсәлектәре;
-нейрофизиология;
-ракета төҙөү;
-робот техникаһы;
-квест-марафон.
Шулай уҡ балалар һәм ата-әсәләр өсөн республиканың инновацион мәктәптәренә уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләре, йәшәү шарттары, өҫтәмә белем биреү программалары буйынса мәғлүмәт биреү ҙә ҡаралған.
Сара Нязепетровск ҡалаһында 1-се мәктәптә -көндөҙгө сәғәт 2-нән алып 5-кә тиклем, ә Екатеринбургта 167-се мәктәптә 10-дан 1-гә тиклем барасаҡ.
Был төбәктәрҙә йәшәүсе 11 йәштән алып 16 йәшкә тиклемге уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе «Белем» төбәк-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Фото:https://education.bashkortostan.ru/pres