+28 °С
Болотло
VKOKМакс

"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә

«Мәғариф» милли проектының «Заманса мәктәп» федераль проекты буйынса республикабыҙҙың күп белем усаҡтарында «Үҫеш нөктәһе» үҙәктәре асылды. Яңыса йыһазландырылған кабинеттарҙа балаларға белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.

"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә
"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә

Илеш районы мәғариф идаралығының мәғлүмәт-методик бүлеге етәксеһе Земфира Саный ҡыҙы Минһажеванан ошо йүнәлештәге эштәр тураһында ҡыҙыҡһындым.
– Беҙҙә 2019 йылда – Ба­зытамаҡта, Үрге Йәркәйҙәге 4-се мәктәптә, 2020 йылда – Үрге Йәркәйҙең 1-се гимназия­һында, быйыл Ишҡар, Ҡарабаш, Иҫке Күктауҙа, Тимерхан Нәжмиев исемендәге Ябалаҡ, район үҙәгендәге Тәлғәт Рахманов исемендәге 2-се мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» үҙ ишектәрен асты. Технология, информатика, тормош хәүеф­һеҙлеге нигеҙҙәре фәндәре буйынса кабинеттар уңышлы эшләп килә. Үҙәктәр балаларға заманса технология ҡулланыу серҙәрен өйрәтәсәк. «Үҫеш нөктәһе» белемде арттырыу, ижади уйлап табыу һәм хеҙмәттәшлектең уникаль биләмәһенә әүерелер, тигән ышаныста ҡалам, – тине Земфира Саный ҡыҙы.
Иҫке Күктау мәктәбендә 109 уҡыусы белем ала. Директоры Альбина Фәнил ҡыҙы Нәбиева әйтеүенсә, был программа йәш быуынға креатив идеялар менән эшләү өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.
Уҡыусыларға химия серҙәрен юғары категориялы белгес, республика, Рәсәй конкурстарында еңеүселәр әҙерләгән Зөлфиә Мөҙәрис ҡыҙы Саҙертдинова өйрәтә.
Ҡарабаш мәктәбе уҡыусылары ла үҙҙәрендә «Үҫеш нөктәһе» асылыуға ҡыуанып бөтә алмай. Шулай булмай ни: Бер­ҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнергәме, төрлө тәжрибәләр үткәрергә кәрәкме – рәхим ит. Ярҙамы тейә. Уҡыу алдынғыһы, төрлө конкурстарҙа еңеүсе XI синыф уҡыусыһы Эльвир Камалов физика менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. «Үҙемә лә, иптәштәремә лә был фән менән тәрәнерәк шөғөлләнеү өсөн ҙур мөмкинлектәр асылды», – ти ул.
Эйе, замана балаларына белем алыу өсөн көндән-көн яңы, уңайлы шарттар булдырыла. Ошоноң ҡәҙерен белеп, файҙа­һын күреп, әйҙәгеҙ, рәхәтләнеп уҡығыҙ!

Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
уҡытыусы.
Илеш районы.

"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә
"Үҫеш нөктәһе"нән - киләсәккә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас