+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
30 Марта 2022, 11:00

Кабинеттар мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителәсәк

2022 йылда "Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһына ярашлы, 23 урыҫ теле һәм әҙәбиәте, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителәсәк. Белем усаҡтары конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Уларҙың исемлеген сайтта ҡарай алаһығыҙ.

Кабинеттар мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителәсәкКабинеттар мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителәсәк
Кабинеттар мультимедиа комплекстары менән тәьмин ителәсәк

Урыҫ теле һәм әҙәбиәте кабинеттары:

- Әлшәй районы, Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы;

- Дәүләкәндәге 5-се гимназия;

- Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы 2-се мәктәп;

- Шаран районы, Шарандағы 2-се мәктәп;

- Белореттағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы.

 Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары:

- Архангел районы, Архангелдағы 2-се мәктәп;

- Баймаҡ интернат-лицейы;

- Баҡалы районы, Иҫке Ҡорос мәктәбе;

- Балтас районы, Иҫке Балтастағы Советтар Союзы Геройы Ү. Шакиров исемендәге 1-се мәктәп;

- Белорет интернат-лицейы;

- Ғафури районы, Табын мәктәбе;

- Дыуан районы, Мәсәғүттәге лицей;

- Тәтешле районы, Үрге Тәтешлеләге 2-се мәктәп;

- Яңауылдағы И. Мөҡсинов исемендәге гимназия;

- Өфөләге 64-се гимназия;

- Өфөләге Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы;

- Өфөләге Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы;

- Cтәрлетамаҡтағы 2-се мәктәп;

- Нефтекалағы башҡорт гимназияһы;

-  Ағиҙелдәге башҡорт гимназиияһы;

- Межгорьелағы 1-се мәктәп;

- Күмертауҙағы 3-cө республика башҡорт интернат- гимназияһы;

- Cтәрлетамаҡтағы В.И. Ленин исемендәге 2-се интернат-мәктәп.

Фото: pressaufa.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас