+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
1 Апрель 2022, 05:27

Республика техник олимпиадаһы үтте

Өфөлә  XXVII "Киләсәккә аҙым" республика техник олимпиадаһы үтте. 

Республика техник олимпиадаһы үттеРеспублика техник олимпиадаһы үтте
Республика техник олимпиадаһы үтте

Унда уҡыусылар электроника, программалау, ғәмәли физика, эске яныу двигателдәре, конструкторлау нигеҙҙәре, электротехника һәм электротехнологиялар, производство хәүефһеҙлеге һәм сәнәғәт экологияһы, нефть-газ сәнәғәтендә һәм төҙөлөштә транспорт системалары кеүек йүнәлештәр буйынса ярышты. Инженерлыҡ ижады өлкәһендә һәләтеңде асыу, республиканың алдынғы уҡыу йорттары белгеслектәре менән танышыу өсөн ҙур мөмкинлек аса был бәйге. Баһалама комиссияһында Башҡорт дәүләт, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия, Өфө дәүләт нефть-техник, Өфө дәүләт авиация-техник, Өфө дәүләт аграр университеттары вәкилдәре булды.

Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Өфө ҡалаларынан һәм  Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез, Тәтешле, Шишмә, Яңауыл райондарынан күп уҡыусылар ҡатнашты. Төрлө номинацияларҙа Ағиҙел, Мәләүез, Баймаҡ, Октябрьский ҡалалары, Тәтешле, Бишбүләк, Ейәнсура райондарының йәш инженерҙары беренселекте яуланы.  Еңеүселәр һәм призёрҙар Республика балалар белем биреү технопаркының дипломдарына лайыҡ булды.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы сайты. 

Республика техник олимпиадаһы үтте
Республика техник олимпиадаһы үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас