

21 марттан 15 апрелгә тиклем – алдан тапшырыу; 26 майҙан 2 июлгә тиклем – төп этап; 5 – 20 сентябрь – өҫтәмә көндәр.
Ун беренселәр урта белем тураһында аттестат алыу өсөн математика һәм урыҫ теленән имтихан тапшырырға тейеш.
Быйыл иң популяр фән – йәмғиәтте өйрәнеү, уны һайлаусылар – 37,3 процент. Информатика һәм информацион технологияларға ла ҡыҙыҡһыныу ҙур: 23 процент. Биологияны биреүселәр – 20,3 процент, физиканы – 19,7, химияны – 17,9, тарихты 12,3 процент. Берҙәм дәүләт имтиханын республикабыҙҙа бөтәһе 17 мең 545 кеше тапшырасаҡ.
Фото: https://zen.yandex.ru