

- Был проект "ЯКласс" платформаһында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһында бөтә эре һанлы платформалар буйынса ла туған телдәрҙе өйрәнеү өлкәһендә тәүге үҙенсәлекле проект булып тора. Бындағы материалдар менән Башҡортостан уҡыусылары һәм уҡытыусылары ғына түгел, башҡа яҡтарҙа йәшәгәндәр ҙә ҡуллана ала. Барыһы ла бушлай, бары тик теркәлеү үтергә генә кәрәк.
Контентты булдырыу өҫтөндә Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектә эшләнек. Шулай уҡ тәжрибәле уҡытыусылар ҙа йәлеп ителде. Эшебеҙ биш айға һуҙылды. Бында башҡорт телен уҡытыуҙың ике линияһы буйынса тест, викторина, контроль һәм ижади эштәр индерелгән 3 105 эш булдырылған. Киләсәктә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн дә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү буйынса контент әҙерләргә уйыбыҙ бар, - тип белдерҙе ул тапшырыу мәлендә.
Фото:https://s10012.edu35.ru/images/1.09.