+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Апрель 2022, 05:50

Ауыл халҡын ҡыуандырып

Республика етәксеһе Радий Хәбиров район-ҡалалар буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә, халыҡ менән аралашып, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итә.

Ауыл халҡын ҡыуандырыпАуыл халҡын ҡыуандырып
Ауыл халҡын ҡыуандырып

Дыуан районы Таҙтүбә ауылында ла 2018 йылда уҡ 1970 йылда һалынған иҫке белем усағы урынына яңыһын төҙөргә ҡушҡайны. Мәктәп 2020 йылда уҡ үҙ ишектәрен асырға тейеш була, әммә подрядсы намыҫһыҙ булып сыға...

Ниһайәт, быйылғы уҡыу йылының дүртенсе сирегендә балалар 200 уҡыусыға иҫәпләнгән заманса мәктәптә уҡый башланы. Ошо көндәрҙә эш сәфәре барышында Радий Хәбиров та Таҙтүбәләге белем усағы менән танышып сыҡты. 

Оҫтахана, китапхана, спорт һәм тамаша залдары, физика, лингафон, технология кабинеттары, мәктәп янында стадион, баскетбол майҙансығы, башланғыс синыфтар өсөн уйын майҙансығы - бында уҡыусыларға төплө белем алыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә шарттар бар. Таҙтүбәләр ҡыуаныстарын йәшермәй, республика Башлығына рәхмәттәрен белдерә. 

Осрашыу ваҡытында ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктының да иҫкергән бинала булыуы асыҡланған. Радий Хәбиров республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ошо йылда Таҙтүбәлә яңы ФАП төҙөргә ҡушҡан.

Фото: https://glavarb.ru

Ауыл халҡын ҡыуандырып
Ауыл халҡын ҡыуандырып
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас