+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
15 Апрель 2022, 09:59

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы - Өфөлә

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы тамамланмай әле.  

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы - ӨфөләБөтә Рәсәй олимпиадаһы - Өфөлә
Бөтә Рәсәй олимпиадаһы - Өфөлә

Ә бына илдең йәш экологтары Башҡортостанға, Өфө дәүләт нефть-техник университетына йыйылды. Экология буйынса олимпиадала республикабыҙҙан Өфө районы Булгаков ауылындағы лицейҙың IX синыф уҡыусыһы Камилла Иҙрисова һәм баш ҡаланың 35-се белем биреү үҙәгенең XI синыфынан Анна Скотарева ҡатнашты.

Бәйгелә Рәсәйҙең 73 төбәгенән 260 уҡыусы теоретик белемдәрен күрһәтте һәм үҙҙәренең проекттарын яҡланы. Иртәгә, 16 апрелдә, олимпиада еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы буласаҡ. 

Фото: https://avroracenter.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас