+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
18 Апрель 2022, 09:29

Йәш хоҡуҡ белгестәре еңеү яуланы

Республикабыҙ уҡыусылары Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында ҙур уңыштарға өлгәшә. Быйылғы уҡыу йылында Рәсәй кимәлендә хоҡуҡ фәне буйынса бәйгелә дүрт кеше I урынды яулаған!

Йәш хоҡуҡ белгестәре еңеү яуланыЙәш хоҡуҡ белгестәре еңеү яуланы
Йәш хоҡуҡ белгестәре еңеү яуланы

Түбәнге Новгородта уҙған олимпиадала Башҡортостандан 7 уҡыусы ҡатнашты. Унда X синыфтар араһында - Карина Абушаева (Өфө районы, "Белем" белем биреү үҙәге), Ильяс Ғилемханов (Өфөләге 39-сы гимназия), ә XI синыфтар араһында Яна Мәжитова (Өфөләге 82-се гимназия), Марат Рәхмәтуллин (Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназия) еңеүсе исеменә лайыҡ булды. 

Ун беренсенән Владислав Сливаев (Өфөләге 94-се лицей), туғыҙынсынан Аделия Хәйруллина (Туймазылағы 7-се мәктәп), Әҙилә Ғарипова (республика инженер интернат-лицейы) - призерҙар исемлегендә.

Йәш хоҡуҡ белгестәрен уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Фото: avroracenter.com

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас