+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Мәғариф яңылыҡтары
19 Апрель 2022, 11:31

I синыфтан тарихты өйрәнәсәктәр

Бөгөн "Дөрөҫлөктә - көс!" уҡыусыларҙың беренсе Бөтә Рәсәй тарихи форумында Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов илебеҙҙә балаларға тарихи белем биреү I синыфтан башланасаҡ, тип белдерҙе.

I синыфтан тарихты өйрәнәсәктәрI синыфтан тарихты өйрәнәсәктәр
I синыфтан тарихты өйрәнәсәктәр

"Был тәҡдим тарихи хәтерҙе һаҡлау маҡсатында индерелә", - тине ул. Юҡ, юҡ, бында I синыфтан уҡ тарих фәнен уҡытыу тураһында һүҙ бармай. Министр аңлатыуынса, бүтән дәрестәр ваҡытында, мәҫәлән, тирә-яҡ мөхит дәресендә үҙеңдең ғаиләң, тыуған ерең, төбәгең тарихы тураһында мәғлүмәттәр йыйырға мөмкин, музейҙар, күргәҙмәләргә сәйәхәт ҡылып та тарих тураһында күп нәмә белергә була.

Фото: rg.ru

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас