+11 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу аҙнаһы флаг күтәреүҙән башланды

Бөгөн Өфөнөң Дим районындағы 2-се «СМАРТ» республика полилингваль күп профилле гимназияһында яңы уҡыу аҙнаһы тантаналы башланып китте.

Тәүге тапҡыр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт символдарын булған  флагтар күтәрелде. Сарала Башҡортостан Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин да ҡатнашты.

Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы Шайморатов исемендәге VIII синыф уҡыусыһы Данил Сабирйәновҡа бирелһә, Башҡортостан флагын күтәреү шул уҡ синыфтан Герман Никеринға йөкмәтелде.

— Дәүләт флагтарын күтәреү уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә булышлыҡ итәсәк, уҡыу аҙнаһын күтәренке кәйефтә башларға йоғонто яһаясаҡ, — тине үҙ сығышында 2-се республика полилингваль күп профилле гимназия директоры Наил Әминев.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 11 майҙан бындай тантананы аҙна һайын республиканың бөтә белем биреү усаҡтарында ла уҙғара башлаясаҡтар. Дәүләт символдарын күтәреү хоҡуғы бары тик алдынғы уҡыусыларға ғына биреләсәк.

Хәтерегеҙҙә булһа, Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов 2022 йылдың 1 сентябренән илебеҙҙең һәр мәктәбендә уҡыу аҙнаһы Рәсәй гимнын башҡарыуҙан һәм дәүләт флагын күтәреүҙән башланасаҡ, тип хәбәр иткәйне. Президент Владимир Путин мәғариф министрының башланғысын хупланы. Әйткәндәй, Башҡортостан был яңылыҡты беренсе булып ҡабул итте.

Фото: https://api.rbsmi.ru/at

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в