+11 °С
Болотло
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыу аҙнаһы тантаналы линейканан башланды

Бөгөн республиканың бер нисә белем усағында уҡыу Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреүҙән башланды. 

Шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары ла яңғыраны. Был патриотик акция балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон арттырасаҡ. 
Дәүләт флагын күтәреү хоҡуғы аҙна һайын иң өлгөлө уҡыусыларға биреләсәк, тимәк, аҙна һайын иң-иңдәр асыҡланасаҡ. Тантаналы линейка ваҡытында дәүләт байраҡтарын индерергә лә мөмкин. Элек пионер йыйылыштарында борғо һәм барабан тауыштары аҫтында байраҡ индереү йолаһы була торғайны. 

Алдағы уҡыу йылынан был традиция республиканың бөтә белем усаҡтарында ла мотлаҡ буласаҡ. Белеүегеҙсә, һәр уҡыу аҙнаһын дәүләт гимны яңғырап, дәүләт флагын күтәреүҙән башлауҙы Рәсәй Федерацияһы мәғариф министры Сергей Кравцов тәҡдим иткәйне. Владимир Путин быны хупланы. Илдең бөтә белем усаҡтары ла дәүләт символикаһы менән тәьмин ителәсәк.

Байраҡ индереү йәки флаг күтәреү сараһында мәктәптең бөтә уҡыусылары ла ҡатнашһын, бындай тантаналар исем өсөн генә үтмәһен ине. 

Фото: vk.com

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в