

Был идея уҡыусыларҙың «Дөрөҫлөктә — көс!» I Бөтә Рәсәй форумында тәҡдим ителгәйне.
Министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, берекмәгә ингән йәш тарихсылар, документтарға һәм ышаныслы сығанаҡтарға таянып, тарихи аныҡ ваҡиғалар тураһында үҙ фекерҙәрен туплап ведомствоға тәҡдим итә аласаҡ. Артабан был мәғлүмәттәрҙе дәреслеккә индереү йәки тәрбиәүи сараларҙа ҡулланыу планлаштырыла.
Балаларҙа илебеҙ тарихына, шәхестәренә, ата-бабаларыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу артыуы, уларҙың тарихи мәғлүмәттәрҙе күберәк белергә тырышыуҙары һөйөндөрә.
Фото: edu.gov.