

24 майҙа Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәрҙе «Аврора» таланттарҙы үҫтереү үҙәгенә саҡырҙылар. Унда 2021/2022 уҡыу йылының ил буйынса олимпиада еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы трансляцияланды. Сарала төрлө төбәктәрҙән ведомство етәкселәре, Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призёрҙары, уларҙың уҡытыусылары йыйылды. Беҙҙең республиканан химия буйынса абсолют еңеүсе, республика инженер интернат-лицейыны\ IX синыф уҡыусыһы Вадим Харисов, информатика буйынса еңеүсе, Өфөләге 153-сө лицейҙың XI синыф уҡыусыһы Григорий Писаренко, ҡытай теле буйынса еңеүсе, Өфөләге 39-сы гимназияның VI синыф уҡыусыһы Лю Синжан, хоҡуҡ фәне буйынса еңеүселәр — Өфө районының «Белем» мәғариф үҙәгенән Карина Абушаева һәм Өфөләге 39-сы гимназияның X синыф уҡыусыһы Ильяс Ғәлимханов ҡатнашты.
Дөйөм алғанда, республикабыҙҙан быйылғы уҡыу йылында бөтәһе 9 еңеүсе, 27 призёр булғайны.
Фото: education.bashkortostan.ru.