+11 °С
Ямғыр
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

Йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре — Серафимовка балалар йорто-интернатында

Республиканың йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы йәмғиәт советы рәйесе, «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» социаль технологиялар үҙәге директоры Алина Хәбирова, «Юғалтыуҙар юҡ!» хәйриә фонды етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы кеше хоҡуҡтарын һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү институттары советы ағзаһы Радмила Сурначева, Бөтә Рәсәй инвалид балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр ойошмаһының төбәк бүлеге рәйесе Людмила Сахапова Серафимовка балалар йорто-интернатында булып кайтты.

Серафимовкалағы мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн эшләп килгән интернат-йортонда 4 йәштән алып 25 йәшкә тиклемге 262 бала тәрбиәләнә. Шуларҙың 135-е — етем, 79-ның ата-әсәһе бар, 65-е 18 йәштән өлкәнерәктәр.

Бында һәр бала өсөн махсуслаштырылған көн тәртибе төҙөлгән. Һәр береһенең физик, психик хәл-торошона ярашлы үҫтереүсе, тәрбиәүи программалар, дауалау курстары ҡаралған.

Яңы уҡыу йылы алдынан бөтә план һәм программалар методик, педагогик советы ултырышында тикшерелеп, раҫлана.

Балалар менән логопед, психолог һәм башҡа белгестәр эшләй.

Бында уҡыу өсөн 27 синыф бүлмәһе, проектор, фото- видеоаппаратуралы төрлө техник мөмкинлектәре булған компьютер синыфы, заманса реабилитация кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған күп функциялы 9 спорт залы, хореография синыфы, үҫмерҙәр өсөн тегеү, бәйләү оҫтаханалары бар.

Ҡыҫҡаһы, балалар йортоноң матди-техник хәле тейешле кимәлдә.

— Кадрҙарға ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Беҙҙең 70 процент ҡына хеҙмәткәрҙәр тупланған. Медицина хеҙмәткәрҙәре, педагогтар етерлек булһа, һаулыҡтары сикләнгән балаларға иғтибар, тәрбиә лә тағы ла күберәк булыр ине. Йәйгеһен ирекмәндәр ярҙамға килә, балалар менән файҙалы ваҡыт уҙғаралар, — тип белдергән интернат директоры Алмаз Низамиев.

Бер ниндәй белдереүһеҙ, хәбәр итеүһеҙ килгән йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре балалар йортонан ҡәнәғәт ҡалыуҙарын белдерә. Балалар матур, иркен, яҡты, бай йыһазлы йортта йәшәйҙәр, тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн. Изге күңелле хеҙмәткәрҙәр үҙҙәрен дауалап, тәрбиәләп кенә ҡалмай, ата-әсә йылыһын, наҙын өләшергә тырыша. Әлбиттә, тыуған йортоңда, ғәзиз кешеләреңдең йылы ҡанаты аҫтында үҫеүгә бер ни етмәй. Әммә яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ шул…

Йәмғиәт ойошмалары вәкилдәре - Серафимовка балалар йорто-интернатында

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в