+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Имтиханды уңышлы тапшырығыҙ!

Урыҫ теленән Берҙәм дәүләт имтиханы 30, 31 майҙа уҙа. 

Был һынау бөтә сығарылыш синыфы уҡыусылары өсөн мотлаҡ. Шуға ла кеше ныҡ күп йыйылмаһын өсөн сараны ике көн үткәрергә ҡарар ителгән. Башҡортостанда быйыл урыҫ теленән БДИ-ны 16 мең 508 кеше тапшыра. Һынау 3 сәғәт ярым дауам итә. Ике өлөштә барлығы 27 эш бирелгән. Һөҙөмтәләрҙе 17 июндән дә ҡалмай ҡулдарына аласаҡтар.

Имтихандарҙы уңышлы тапшырып, теләгән уҡыу йортона инеүегеҙҙе теләйбеҙ һеҙгә, сығарылыш синыфы уҡыусылары!

Фото: yandex.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас в