+11 °С
Ямғыр
TelegramVKOKTikTok
Бөтә яңылыҡтар

ЮНЕСКО мәктәптәренең съезы үтте

Ошо көндәрҙә Өфөлә ЮНЕСКО мәктәптәренең "ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһындағы ассоциацияланған мәктәптәренең проект эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу" тигән темаға арналған II съезы үтте. 

Уны мәғариф һәм фән, мәҙәниәт министрлығы, ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты ойошторҙо.

Съезда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе сәләмләне. Ә республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Илшат Ханов сығыш яһаны.

Сарала ЮНЕСКО мәктәптәренең эшенә йомғаҡ яһалды, алдағы көндәргә пландар билдәләнде. Шулай уҡ темаға ҡағылышлы сығыштар ҙа тыңланылар, яңы проекттар тураһында фекер алыштылар.

Әйткәндәй, Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған 39 мәктәбе, 19 клубы эшләй. Ә дөйөм алғанда, был йүнәеш буйынса эш донъяның 181 илендә алып барыла.

Фото: api.rbsmi.ru

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас в